Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шәхси эшҡыуар П.Р. Буранбаев үҙенең эшмәкәрлеген 2020 йылда бәләкәй архитектур формалар – вазондар етештереүҙән башлаған.
Шул йылда ул Рәсәй Президенты Владимир путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы субсидия алған. Ошо аҡсаға шар, цилиндр, трапеция рәүешендәге вазондар сығарыу өсөн формалар һатып алған.
Әле иһә йүнселдең вазондары Сибайҙағы һәм күрше райондарҙағы йорттар ихаталарын, фасадтарын биҙәй. Павел Рәмил улы әйтеүенсә, “бәләкәй цилиндр” вазонына айырыуса ихтыяж ҙур.
Эшҡыуар киләсәктә үҙ продукцияһы менән билдәле электрон сауҙа майҙансыҡтарына сығырға ниәтләй.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sibay.bashkortostan.ru/presscenter/news/451012/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/252451