Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Апрель , 15:45

Яңы фатирҙар бәхет килтерһен!

Атай-әсәйһеҙ ҡалған 15 балаға фатир асҡыстарын тапшырҙылар.

Яңы фатирҙар бәхет килтерһен!
Яңы фатирҙар бәхет килтерһен!

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков ҡатнашлығындағы тантана Благовещен ҡалаһында үткәрелде. “Бөгөн һеҙҙең өсөн бик шәп көн – торлағығыҙ асҡысын алаһығыҙ. Тиҙерәк көнкүрешегеҙҙе ипкә килтереп, йәшәргә яҙһын, яңы йортҡа бәхет һәм шатлыҡ ҡунһын”, - тине, яңы торлаҡ алыусыларҙы ҡотлап, Алексей Новиков. 

“Бөгөн – тантаналы сара. Үҙ фатирығыҙҙың асҡысын алаһығыҙ. Торлағығыҙҙы һаҡлағыҙ, унда ҡыуаныс, көлөү һәм именлек булһын”, - тип белдерҙе Благовещен районы хакиммиәте башлығы Олег Голов. Ул күптән инде ҡалала ҙур күп фатирлы йорттарҙың төҙөлмәүе хаҡында әйтте. Былтыр төҙөлөш туҡтап ҡалған дүрт секциялы, туғыҙ ҡатлы йортта эштәр йәнә башланған.

“Беҙ был йортта “Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фонды” дәүләт унитар предприятиеһынан етем балалаларға килешеү буйынса фатирҙар алыу мөмкинлеген ҡарағайныҡ. Фатирҙар “ҡара” вариантта тапшырылһа ла,  беҙҙең өсөн 15 фатирҙы аҙағына тиклем ремонтланылар”, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығы.

Был фатирҙар Благовещендың йәшәү өсөн уңайлы биҫтәһенең яңы йортонда урынлашҡан. Эргәлә генә - балалар баҡсаһы, шулай уҡ мәктәп, төҙөкләндерелгән балалар һәм спорт майҙансыҡтары бар. Фатирҙарҙың майҙаны – 36 квадрат метрҙан алып, һәр береһенда ҙур лоджия бар. Яңы йортта йылытыу системаһы автоматлаштырылған, заманса елләтеү системаһы бар. Сантехника, электр плитәһе ҡуйылған фатирҙарға күсергә була.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2022 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 943 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла. Был маҡсатта республика бюджетынан 1,27 миллард, федераль бюджеттан 269 миллион һум аҡса бүленгән. Дөйөм сығымдар сумаһы 1,5 миллиард һумдан аша. Был, үткән йыл  менән сағыштырғанда, 1,6 тапҡырға күберәк. Торлаҡ төҙөлөшө барышы, етемдәргә фатир асҡыстарының бирелеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный прект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: Благовещен хакимиәте.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в