Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
– “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының төп маҡсаты – 2030 йылға хәтлем юл-транспорт ваҡиғаһында үлемде мөмкин хәтлем кәметеү, – тип һөйләй Башҡортостан юл һәм транспорт министры Александр Булушев. – Был тәңгәлдә уй-ниәттәр киләсәктә лә эҙмә-эҙлекле дауам итәсәк.
2021 йылда Өфөлә был тәңгәлдә 3 миллиард һумға торошло 20 объектта эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, 220 мең квадрат метр майҙанда асфальт һалынған, 22 километрҙан ашыу ерҙә асфальт тәртипкә килтерелгән, 38 мең квадрат метр ерҙә тротуар рәтләнгән. Бынан тыш баш ҡалабыҙҙың 8 март һәм Комсомол урамдары ремонтланған, ул биш километр юлды тәшкил итә.
Тормошҡа ашырылған ҙур объект – Воровский урамы янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе сафҡа индереү булған. 2021 йылдың 1 ноябрендә ошо күпер аша тәүге автомобилдәр үткән. Уның дөйөм оҙонлоғо – 688, 8 метр, өс юл һыҙаты бар. Был күперҙе төҙөп, сафҡа индергәс, водителдәр иркен тын алып ҡалған, сөнки, был урында көн һайын тығындар барлыҡҡа килгән. Әле Зинин ауылы эргәһендә тимер юлы аша юл үткәүеле төҙөлә, Ибраһимов бульвары капиталь ремонтлана, Рабкоров урамының бер өлөшө реконструкциялана.
2022 йылда Өфө ҡалаһы буйынса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә 21 километрға һуҙылған урам-юл селтәренең 16 участкаһын ремонтлау эш планына ингән.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: arigus.tv