Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Апрель 2022, 22:00

Алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре асыла

Өс предприятиела хеҙмәткәрҙәр белемен камиллаштырасаҡ.

Алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре асыла
Алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре асыла

Республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости”) ҡатнашыусы өс предприятие - "Петон Констракшн", “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” һәм "Уфагормолзавод" йәмғиәттәре базаларында алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре асыласаҡ. Бындай уҡытыу-методик майҙансыҡтарҙа һаҡсыл етештереү технологияларын ҡулланыуҙы, персоналдың квалификацияһын, белемен күтәреү мөмкинлеген иҫәпкә алып, һөнәрҙең корпоратив стандарттары әҙерләнәсәк.

Ошо турала Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының хеҙмәт етештереүсәнлеге, капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү департаменты директоры Александр Молодцов хәбәр итте.

"Санкциялар шарттарында предприятиелар эшмәкәрлек даирәһен үҙгәртергә мәжбүр. Алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре персоналдың компетенцияһын баһаларға, белгестең профилен асыҡларға ярҙам итәсәк. Талап ителһә, һөҙөмтәле эш өсөн хеҙмәт урынының стандартын төҙөргә, квалификацияһын, белемен күтәрергә мөмкин буласаҡ", - тип билдәләне Александр Молодцов.

Үҙәктәрҙе төҙөү буйынса конкурсҡа илдең 47 төбәгенән 142 заявка ҡабул ителә, 15-е ҡәнәғәтләндерелә, шуларҙың өсәүһе - Башҡортостандан. Алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре булдырыу маҡсатында компаниялар команда булдыра, иң кәрәкле кадрҙар исемлеген төҙөй, һуңынан жюри алдында проекттарын яҡлай.

"Иң күп алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәренең тап Башҡортостанда асылыуы ҡыуаныслы. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу шуны күрһәтте: хатта тиҫтә йылдар эшмәкәрлек иткән предприятиеларҙа ла хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн нимәнелер камиллаштырырға, бөтөрөргә, индерергә була. Бындай үҙәктәр хеҙмәт урынында аудит уҙғарып, һөҙөмтәле эш өсөн хеҙмәткәргә нимә етешмәй икәнлеген асыҡларға мөмкинлек бирә", - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Министр белдереүенсә, бындай үҙәктәр кадрҙар етешмәгән ваҡытта, бигерәк тә эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ булғанда файҙалы, хеҙмәткәрҙәр һөнәр стандарттарына ярашлы предприятиеның үҙ базаһында белемен күтәрәсәк.

Алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре - Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының һәм Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының (Ворлдскиллс Рәсәй) берҙәм проекты.

"Бөгөн импортҡа алмаш шарттарында етештереү бурыстарын, кадрҙар һәм технологик тәьминәт мәсьәләләрен хәл итеү өсөн, компанияларҙың һәр хеҙмәткәре башланғысына старт, этәргес бирер кәрәк. Алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре был процесҡа, һис шикһеҙ, ыңғай тәьҫир итәсәк, сөнки улар персоналдың баһаһы, хеҙмәткәрҙәр өсөн талаптар буйынса стандарттар һәм алгоритмдарҙы асыҡлай – был, үҙ сиратында, етешһеҙлектәрҙе табырға, тимәк, етештереү процесының сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә", - тип билдәләне Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй) генераль директоры Роберт Уразов.

Йыл аҙағына Рәсәйҙә утыҙ алдан әҙерләү корпоратив үҙәге эшләйәсәк тип күҙаллана. Башҡортостандан тыш, ике үҙәк Санкт-Петербургта асыласаҡ, Курск, Рязань, Томск, Свердловск, Новгород, Псков, Һарытау, Ростов өлкәләрендә, шулай уҡ Приморье, Краснодар крайҙарында ла эш башлаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы, был милли проект нигеҙендә 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: