Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай автомобиль юлына асфальт һалыу тамамлана.
"Әбйәлил юл төҙөлөш-ремонт" идаралығы эшселәре апрель айында ҡайтанан Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлына асфальт түшәй башланы.
— Быйыл 5,7 километрҙа асфальт һалынасаҡ һәм өс йылға бүленгән эштәр тамамланасаҡ. Уның өсөн 85,5 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Юлды файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 1 июнгә билдәләнгән. Көнөнә 350-400 тонна асфальт һалһаҡ, өлгөрөргә тейешбеҙ. Эште йәһәтләү өсөн ситтән дә ярҙам йәлеп ителәсәк, — ти район юл төҙөлөш-ремонт идаралығы мастеры Салауат Хәлитов. — Юл сифатлы булһын өсөн асфальтты ике ҡат түшәйәсәкбеҙ.
Асфальт һалыуға юлды апрелдән әҙерләй башлағандар. Мастер Нуриман Ихсановтың бригадаһындағы грейдерсылар Динар Абдуллин, Фазыл Мостафин, каток машинисы Юлай Кәримов ҡырсынташты тигеҙләп, ҡаты япманы түшәүгә ныҡлы нигеҙ әҙерләгән. Әлеге көнгә километр ярым арауыҡ эшләнгән, таш онтағыстан көнөнә 200 тонна ҡырсынташ килтерелә.
Артур Лобанов бригадаһында асфальт түшәгестә машинист Ринал Дәүләтбирҙин, өс катокта машинистар Сибәғәт Әхмәтғәлин, Ғаяз Шаһимәрҙәнов, Ислам Муллағәлләмов, эшселәр Рамил Ҡаҙаҡбаев менән Руслан Баталов ҙур тәжрибә туплаған, бурыстарын теүәл үтәгән ир-егеттәр. Уларҙы көн һайын Асҡарҙан "ГАЗель" водителе Ринат Солтанов эш урынына алып килә һәм алып ҡайта.
Асҡар АБЗ-ынан асфальтты ДРСУ "КамАЗ"дары алып килә, ара алыҫ булыу сәбәпле, өҙөклөктәр булмаһын өсөн Өфөнән дүрт берәмек техника ярҙамға ебәрелгән.
Бындай етеҙ темп менән эшләһәләр, тиҙҙән асфальт Сибайға тиклем барып етер һәм юл михнәттәре бөтөнләй онотолор, ти Әбйәлил халҡы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм сығанаҡ: Динара Сәфиуллина.