Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” төбәк проектына ярашлы, Берғамыт шишмәһенең эсәр һыуын таҙартыу ҡоролмаһы сафҡа индерелде.
Был объект һыуҙы тоноҡлоҡтан һәм төрлө ҡушылмаларҙан таҙартыу мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ бактерияларҙы һәм вирустарҙы юҡ итәсәк. Мәғлүм булыуынса, проект 2020 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Капитал һалыуҙарҙың дөйөм күләме 447,1 миллион һум тәшкил итте.
Яңы таҙартыу системаһын Нидерландтан килтергәндәр. Бындай ҡорамал республикала тәүгә ҡуйылған. Стәрлетамаҡта ул тәүлегенә 60 мең кубометр һыуҙы таҙарта. Система автоматлаштырылған режимда эшләй, уның өсөн хеҙмәтләндереүсе персонал ҡаралмаған.
– Республикала экологик мәсьәләләр хәл ителә – был һәр ҡала, ҡасаба, ауыл тормошонда төп бурыстарҙың береһе. Милли проекттар эшенең йомғаҡтары ошоға дәлил, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/450493/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/252716