Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Апрель 2022, 15:50

Эште 2024 йылға тамамларға ниәтләйҙәр

Бөтәһе 10,4 километрлыҡ участканы төҙөкләндереү планлаштырыла.

Эште 2024 йылға тамамларға ниәтләйҙәр
Эште 2024 йылға тамамларға ниәтләйҙәр

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика әһәмиәтендәге Асҡын–Көнгәк автомобиль юлының Ҡубыяҙ менән Урмияҙ ауылдары араһындағы участкаһын капиталь ремонтлау буйынса быйыл тәүге күсмә эш кәңәшмәһе булды. Был участкала эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы башҡарыла.

Кәңәшмәлә бер нисә мәсьәлә ҡаралды. Атап әйткәндә, һүҙ инерт материалдарҙы ваҡытында әҙерләү тураһында барҙы. Улар менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр графиктың боҙолоуына килтереүе ихтимал. Сарала эштәрҙе башҡарыу буйынса производство графигы был аҙна аҙағынан да һуңға ҡалмайынса тапшырылырға тейеш тигән ҡарар ҡабул ителде.

Мәғлүм булыуынса, былтыр бында биш километр юлға асфальт түшәлгән. Бөтәһе 10,4 километрлыҡ участканы төҙөкләндереү планлаштырыла. Быйыл 4,5 километрға яңы асфальт түшәйҙәр. Эштәрҙе 2024 йылға тиклем тамамлау күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/251522

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/251522

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: