Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Апрель 2022, 11:15

Предприятиеға заказдар күп

Компания етештереүҙе тағы ла арттырырға һәм яҡын арала өҫтәмә мейестәр алырға йыйына

Предприятиеға заказдар күп
Предприятиеға заказдар күп

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрелеге министры Маргарита Болычева “Vetvi” компанияһының учредителдәренең береһе булған Алина Таминдарова һәм Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры урынбаҫары Рита Аҡчурина менән осрашты. “Vetvi” компанияһы яҡтырҡыстар, декор һәм ручка дизайнерлығы менән шөғөлләнә.

Осрашыу бырышында ведомстволарҙың экспортсыларға күрһәткән ярҙам саралары, атап әйткәндә, тауарҙарҙы ташыуға, сит илдән сеймал, запас частар, ҡорамалдар алыуға киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн субсидиялар биреү тураһында һөйләштеләр. Маргарита Болычева йыл ярымда предприятиеларҙың етештереүсәнлеге йылдам үҫеүе тураһында билдәләне.

– Беҙҙең компанияның уңышлы үҫеше “Elle Decoration” журналының баш мөхәррире Алексей Дорожкиндың Өфөгә тауарыбыҙҙың презентацияһына килеп ҡайтҡандан һуң, компания тураһында мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, башланды. “Marriott” отеле селтәре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бер йыл эсендә 24 диллер үҙәген асыуға өлгәштек.

Сит ил компанияларының Рәсәйгә тауар индереүҙә килеп тыуған ауырлыҡтарға бәйле беҙҙең предприятиеға заказдар күп, шул иҫәптән Италиянан һәм Англиянан төп дәғүәсе предприятиеларҙан да. Рәсәйҙә – 50 һәм сит илдә биш диллер үҙәге асырға йыйынабыҙ. Әлеге ваҡытта Ҡаҙағстанда диллер үҙәге эшләй, ошо көндәрҙә Әзербайжанда асыу тураһында килешеү төҙөнөк, – тип уртаҡлашты Алина Таминдарова.

Компания етештереүҙе тағы ла арттырырға һәм яҡын арала өҫтәмә мейестәр алырға йыйына.  

Бынан тыш, Маргарита Болычева предприятиеның экспорт эшмәкәрлеге географияһын арттырыу мөһимлеген дә билдәләне.

– һеҙҙең әйберҙәрегеҙ һис шикһеҙ үҙенсәлекле һәм бик зауыҡлы. Һеҙҙең баҙар – Ғәрәп илдәре, Иран, Үзбәкстан. Был илдәргә сығыу өсөн һеҙгә предприятиеларҙы консультациянан алып, экспорт контрактын төҙөүгә тиклем оҙатып барған Экспортҡа ярҙам үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә булыу мөһим, – тине министр.

Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры урынбаҫары Рита Аҡчурина үҙәктең предприятиеға күрһәткән хеҙмәттәре тураһында һөйләне.

– Беҙҙең өсөн төп бурыс – компанияны һатыу географияһы киң булған даими экспорт тәьминәтенә сығарыу. Әле логистика маршруты юлдарын әҙерләү маҡсатынды транспорт компаниялары менән осраштырырға, шулай уҡ халыҡ-ара сертификацияға сығымдарҙың 80 процентын ҡаплауға булышлыҡ итеүҙә һәм “Сколково” эшҡыуарлыҡ мәктәбе программаһы буйынса уҡытырға әҙербеҙ, – тине Рита Аҡчурина.

Компания “Трын*Трава”, “Cosmoscow” һәм башҡа күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.

Магарита Болычева май айында Үзбәкстанға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге сиктәрендә барырға йыйынған предприятиеға тауарҙар экспозицияһын күрһәткәндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты саҡырырға тәҡдим итте.

Әйтергә кәрәк, был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм экспорт министрлығы сайтынан.         

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: