Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Апрель 2022, 09:15

Тәүге пациенттар һынау үтте

Иҫке ҡорамалға алмаш бик ваҡытлы килде, ун йылдан ашыу ҡулланылған маммограф етештереүсәнлеге менән хәҙер маҡтана алмай...

Тәүге пациенттар һынау үтте
Тәүге пациенттар һынау үтте

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһына ярашлы, Благовещен үҙәк район дауаханаһына күптән түгел  яңы “Маммо-4МТ-Плюс” маммографы  алынғайны. Тәүге пациенттар яңы ҡорамалды һынаны ла инде.

Иҫке ҡорамалға алмаш бик ваҡытлы килде, ун йылдан ашыу ҡулланылған маммограф етештереүсәнлеге менән хәҙер маҡтана алмай. Яңы аппарат файҙаланыуҙа уңайлы һәм ышаныслы, нур миҡдары аҙ. Маммограммалар сифаты яҡшы, ти табиптар.

-Ҡорамалдың юғары етештереүсәнлеге күберәк пациенттарҙы хеҙмәтләндерергә ярҙам итә. Белгестәребеҙ юғары квалификациялы, тәүге пациенттарыбыҙ ҡорамалды һынап ҡараны, барыһы ла ҡәнәғәт.  Диагностика теүәл, мәғлүмәтлелек кимәле, эш  сифаты яҡшы, – ти дауахананың баш табибы Жанна Карунас.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в