Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Апрель 2022, 10:15

Учалыла вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы

Сарала бөтәһе 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Учалыла вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы
Учалыла вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы

Учалыла эш урындары йәрминкәһе үтте. Унда райондың сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты хеҙмәтләндереү һәм башҡа өлкәләренә ҡараған 27 предприятие, учреждениеһы ҡатнашты.  

Эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған 138 учалыларға 200 вакансия тәҡдим ителде. Предприятие, ойошма вәкилдәре һәр хеҙмәт урыны буйынса тулы мәғлүмәт, кәңәштәр бирҙе. Йәрминкәлә бөтәһе 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Бөгөнгө көнгә Учалы мәшғүллек үҙәгендә 465 вакансия теркәлгән, 246 кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип һанала.

Эшкә урынлашыу буйынса мәғлүмәтте эш көндәрендә 8.00-17.00 сәғәттәрҙә алырға була.

 Мәғлүмәт өсөн: Республикала эш урыны эҙләү буйынса ғаризаны электрон юл менән “Рәсәйҙә эш” берҙәм порталы аша бирергә мөмкин - https://clck.ru/EokM9.

Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектының (национальный проект  "Производительность труда и поддержка занятости) бурыстарын тормошҡа ашыра һәм халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: