Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының "Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу” һәм “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекттары нигеҙендә эшҡыуарҙарға, үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады йортонда ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр кәңәшмәгә йыйылды. Сарала Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының консультация үҙәге етәксеһе Ирек Саҡаев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов һәм Урал аръяғы райондарынан килгән фермерҙар, эшҡыуарҙар, кооператив етәкселәре ҡатнашты. Иң тәүҙә ҡунаҡтар төбәктә үҙҙәре етештерелгән ит, һөт продукциялары менән танышты, оҫталарҙың эшен сағылдырған бай күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡты. Бөгөн бигерәк тә үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы, таҙа, хәләл продукцияларға ихтыяж көндән-көн арта. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһынан килгән эшҡыуар Гөлназ Азатова күптән инде төбәктә буҙа етештереүсе булараҡ дан алған. Бөгөн ул ошо йәһәттән махсуслашып ҡына ҡалмаған, ә ҡаланың сауҙа нөктәләренә үҙҙәре әҙерләгән ҡоротто ла алып сыҡҡан.
Азамат Әхмәтов иһә ат сбруйҙары эшләү менән булыша, ул эшләгән әйбергә ихтыяж ҙур.
Ауыл хужалығында эшләгән фермерҙар өсөн кәңәшмәне республиканың консультация үҙәге ойошторҙо, үҙ эшен асҡан йүнселдәргә төрлө кәңәштәр бирелде, дәүләт ярҙамы, грантты нисек юллау юлдары өйрәтелде. Шулай уҡ күрше райондарҙан килгән эшҡыуарҙар үҙ-ара кәңәш ҡорҙо, ҡоролоҡ шарттарында ауыл хужалығын артабан үҫтереү юлдарын барланы. Ике яҡ өсөн дә отошло кәңәшмәнән һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.
Ошондай сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: "Баймаҡ телевидениеһы" сайтындағы видеонан скриншот.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше#нацпроектыБашкортостан