“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ер участкаларын ундағы биләмәлә торлаҡ йорттар файҙаланыу һөҙөмтәлелеген асыҡлай аласаҡ.
Идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Ленара Дегтярова хәҙер структура, республиканың башҡарма власы һәм урындағы үҙидара органдары менән бер рәттән, ошондай вәкәләттәргә эйә. “Был ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн “Росреестр” ошондай участкаларҙы әйләнешкә индереү өсөн критерийҙарҙы үҙгәртте, уларҙы мөмкин тиклем “һығылмалы” итте, мәғлүмәттәрҙе йыйыу өсөн сығанаҡтар исемлеген киңәйтте. Элеккеләренә ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген мәғлүмәт йәһәтенән тәьмин итеү һәм “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы” автоматлаштырылған мәғлүмәт системалары өҫтәлде”, - тип аңлатты ул.
Шулай итеп, “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы торлаҡ төҙөлөшө өсөн яраҡлы участкаларҙы асыҡлай ала. Был эш алып барыла ла инде – идаралыҡ төҙөлөш өсөн Өфө ҡалаһындағы һәм Өфө районындағы майҙаны 1016273 квадрат метр булған 10 яңы объектты тәҡдим иткән. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: cat4you.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан