Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Апрель 2022, 11:45

Дауахана биләмәһендә - аллея

Бындағы эш 15 миллион һумға барып баҫыр тип көтөлә.

Дауахана биләмәһендә - аллея
Дауахана биләмәһендә - аллея

Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы биләмәһендәге медицина ҡаһарманлығы аллеяһын төҙөкләндереү өсөн подрядсыны һайлаған. Бындағы эш 15 миллион һумға барып баҫыр тип көтөлә.

Документтарға ярашлы, аллея баш ҡаланың Достоевский урамында урынлашҡан Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы биләмәһендә барлыҡҡа киләсәк. Уның оҙонлоғо 200 метр тәшкил итәсәк. Подрядсы бында әҙерлек һәм демонтажлау эштәрен атҡарырға, яҡтыртыу системаһын ҡуйырға, яңы юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы төҙөкләндерергә, эскәмйәләр ҡуйырға тейеш.

Үрҙә әйтеп үтелгән барлыҡ эштәрҙе атҡарыу ваҡыты – килешеүгә ҡул ҡуйған ваҡыттан алып ағымдағы йылдың 30 сентябренә тиклем.

Үрҙә әйтеп үтелгән был дауахана пациенттары һәм шулай уҡ ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн мөһим булған был саралар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ә милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: