Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Апрель 2022, 10:45

Фатир хаҡы күпме?

Өфө уртаһында урынлашҡан бер бүлмәле фатирҙар ҡиммәтерәк, ә башҡа райондарҙа...

Фатир хаҡы күпме?
Фатир хаҡы күпме?

“Эксперт” күсемһеҙ милек агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфөләге икенсел торлаҡ баҙарында инфляция кимәле 20 процент тирәһе тәшкил иткән. Яңы төҙөлөштәге торлаҡҡа хаҡтар 2020 йылдан алып 2022 йыл башына тиклем 30 процентҡа тиклем артҡан, күсемһеҙ милеккә хаҡтар артыу тренды дауам итә.

Быйыл апрелдә икенсел торлаҡ баҙарындағы бер квадрат метрға хаҡ, ҡалалағы барлыҡ райондарҙы иҫәпкә алып,  96,8 мең һум, Затон, Дим, Шакша биҫтәләрен иҫәпкә алмайынса, - 98 мең һум. Шул уҡ ваҡытта икенсел баҙарҙағы торлаҡҡа тәҡдимдәр күләме кәмегән. Хәҙер ул барлығы 6700 объект тирәһе тәшкил итә икән.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Өфөләге фатирҙың уртаса хаҡы 4397 мең һум тәшкил итә, тәҡдим ителгән торлаҡтағы уртаса майҙан – 59 квадрат метр. Өфө уртаһында урынлашҡан бер бүлмәле фатирҙар ҡиммәтерәк (уртаса хаҡы - 4,003 миллион һум) булһа, Шакшала һатып алыу өсөн ҡулайыраҡ сумма (2,79 миллион һум). Черниковкала - 2,845 миллион, Дим биҫтәһендә - 2,885 миллион, Затонда 2,941 миллион һумға тәҡдим итәләр.

Белгестәр күҙаллауынса, 2022 йыл аҙағына тиклем күсемһеҙ милек баҙарында һаҡсыл әүҙемлек күҙәтеләсәк, ипотека ставкалары кәмеһә генә хәлдәр үҙгәрәсәк. Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ташламалы ипотека буйынса ставканы 12 проценттан 9 процентҡа тиклем кәметеү ваҡиғаларҙың ыңғай яҡҡа үҙгәрешенә ышанысты арттырҙы.

Әйткәндәй, Башҡортостанда торлаҡты һатып алырлыҡ итеү өсөн барыһы эшләнә. Былтыр республикала 2,9 миллион квадрат метрлыҡ фатир һәм шәхси йорт файҙаланыуға тапшырылған. Был саралар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ә милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.

Фото: novostroy.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: