Милли проекттар
30 Апрель 2022, 08:00

Килегеҙ, һаулығығыҙҙы тикшертегеҙ

Тап шул көндә, 12 майҙа, Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө билдәләнә.

Килегеҙ, һаулығығыҙҙы тикшертегеҙКилегеҙ, һаулығығыҙҙы тикшертегеҙ
Килегеҙ, һаулығығыҙҙы тикшертегеҙ

12 майҙа Өфөләге Ленин паркында Халыҡ сәләмәтлеге көнө үткәрелә. Ойоштороусылар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был көндә 14.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем концерт буласаҡ, парк төрлө тематик зоналарға бүленәсәк.

“Сәләмәтлек фонтаны”. Парктың был өлөшөн медицина ойошмалары вәкилдәре биләйәсәк һәм теләге булғандар һаулығын тикшертә аласаҡ.

“Туҡланыу фонтаны”. Парктың был өлөшөндә дөрөҫ туҡланыу темаһы тураһында һөйләйәсәктәр.

“Ҡан баҫымын тикшереү зонаһы”. Белеүебеҙсә, был – организмыбыҙҙың төп күрһәткестәренең береһе, уға ҡарап күп кенә сирҙәрҙе һәм ҡатмарлыҡтарҙы асыҡларға мөмкин.

Әйткәндәй, тап 12 майҙа Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө билдәләнә - был дата заман шәфҡәт туташтары эшенә нигеҙ һалған Флоренс Найтингейлдың тыуған көнө менән бәйле.

Халыҡ сәләмәтлеге көнө кеүек сараларҙың үткәрелеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) бурыстарын томошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас