28 апрелдә "ПРОФИ командаһы" тәрбиәүи эш буйынса урта һөнәри белемле белгестәр әҙерләү Бөтә Рәсәй форумы старт алды. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәғариф” милли проектының (националный проект "Образование") “Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль проектына ярашлы уҙғарыла.
Форумды асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Кириенко тәрбиәүи эш системаһы үҫешендә был проекттың мөһим роль уйнауын билдәләп үтте, сараның уҡытыусыларҙы һәм йәштәрҙе берләштереренә ышанысын белдерҙе.
Йыйында ҡатнашыусылар "ПРОФИ командаһы" проектының маҡсатын, бурыстарын, йүнәлештәрен ҡарап сыҡты. Бөтә Рәсәй форумы дүрт йүнәлеш буйынса эшләй:
1) мәғәнә буйынса - урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары һәм белгестәре менән төрлө проекттарҙы, программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса төбәк һәм федераль партнерҙарҙың эшмәкәрлеге,
2) миссия - мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр һәм хәҙерге хеҙмәт баҙарында студенттар менән эшләү планы,
3) стратегия- урта мәғариф учреждениелары системаһында студенттарҙың үҙидара структураһы,
4) тактика буйынса - студент клубтары һәм берләшмәләренең эштәре, уларҙы координациялау.
Форум барышында тура эфирҙа "Студенттар менән студенттар өсөн тәрбиә эштәре" тип аталған фекер алышыу ҙа уҙғарылды.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан