Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә йәш ғалимдарҙың IX Бөтә Рәсәй конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған "Мәҙәниәт" милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы тормошҡа ашырыла.
Был конкурста юғары уҡыу йорттары һәм ғилми-тикшеренеү институттарының 35 йәшкә тиклемге студенттары, аспиранттары ҡатнаша ала. Мәҙәниәтте һаҡлау, үҫтереү маҡсатындағы бәйгелә еңеүселәр ун номинация буйынса билдәләнә: "Кино, телевидение", "Музыка сәнғәте", "Әҙәбиәт ғилеме", "Театр, цирк сәнғәте һәм хореография", "Һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте", "Архитектура һәм дизайн", "Музей ғилеме, тарихи-мәҙәни объекттарҙы консервациялау һәм реставрациялау", "Мәҙәниәт, сәнғәт теорияһы һәм тарихы", "Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек", "Китапхана-мәғлүмәт эшмәкәрлеге".
Ошо һылтанма буйынса конкурс положениеһы һәм талаптары менән таныша алаһығыҙ: https://heritage-institute.ru/wp-content/uploads/2021/06/polozhenie-o-provedenii-devyatogo-vserossijskogo-konkursa-molodyh-uchenyh.pdf
Текст һәм фото сығанағы: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан