Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Май 2022, 09:00

“Инструктор мәктәбе” эш башланы

Инструкторҙар райондың йәйге лагерында – "Лидер мәктәбе" слётында эшләйәсәк.

“Инструктор мәктәбе” эш башланы
“Инструктор мәктәбе” эш башланы

Мәсәғүт ауылының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда "Инструктор мәктәбе" проекты сиктәрендә Дыуан районы балалар-үҫмерҙәр мәктәбе лидерҙарының тәүге осрашыуы үтте. Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте эшмәкәрлеген популярлаштырыу, балалар һәм үҫмерҙәр мөхитендә “Остаздар” системаһын булдырыу һәм үҫтереү, үҫеп килеүсе быуынды урындағы берләшмәнең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә йәлеп итеү, райондың балалар йәмәғәт хәрәкәтен артабан үҫтереү, йәш быуындың ижади ҡеүәтен, лидерлыҡ сифаттарын асыҡлау “Мәғариф” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған сараның төп маҡсаттары булып тора.

Сара "Инструктор оҫталығы" лекцияһын һәм оҫталыҡ дәрестәре, ойоштороу компетенцияларын үҫтереү уйындары, Бөтә Союз пионерҙар ойошмаһының 100 йыллығына арналған “Пионер – тимәк беренсе” квизын үҙ эсенә алды.  

Үҫмерҙәр бик ҡәнәғәт ҡалды, сөнки элекке дуҫтары менән осрашыуҙан, яңы танышыуҙарҙан, файҙалы тренингтарҙан, бейеүҙәрҙән һәм рухи даирәнән күп хис-тойғолар алдылар. Инструкторҙар райондың йәйге лагерында – "Лидер мәктәбе" слётында эшләйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mt.mkset.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: