“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Краснокама үҙәк район дауаханаһына “Маммо-4МТ-Плюс” рентгенологик маммографы килтерелгән һәм әле көйләнә. Ул Николо-Березовка ауылындағы 1-се поликлиника бүлексәһендә ҡуйылды. Бында алдан капиталь ремонт яһалған булған.
– Маммограф майҙа эшләй башлай, һәм беҙ шеш процестарын иртә асыҡлау өсөн халыҡҡа скрининг тикшереүҙәре үткәрә алабыҙ. Рентген кабинетында кадрҙар менән тәьмин итеү 100 процент тәшкил итә, беҙҙә ошо ҡорамалда эшләү өсөн өйрәтелгән табип-рентгенолог һәм ике рентген-лаборант эшләй, – тип һөйләне дауахананың баш табибы Фәғит Бәҙретдинов.
Маммографик аппарат һөт биҙҙәрен теүәл диагностикалау һәм яман шештең башланғыс стадияларын асыҡлау өсөн кәрәкле юғары сифатлы рентген һүрәтен тәьмин итә. Аппараттың юғары етештереүсәнлеге бүлексәнең эш күләмен арттырырға мөмкинлек бирә, был скрининг тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн ҙур өҫтөнлөк булып тора.
– Был аппарат файҙаланыуҙа ябай, ышаныслы, уның рөхсәт һәләте юғары, маммограммаларҙың сифаты һәм, иң мөһиме, пациенттың да, персоналдың да нурланыш дозаһының түбән булыуы уның өҫтөнлөгө булып тора, – тип билдәләне табип-рентгенолог Дамир Бәҙретдинов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: augustnews.ru