Бөтә яңылыҡтар

Яңы фонтан барлыҡҡа киләсәк

"Уның тиҙерәк эшләүен күргем килә. Беҙ бында һәр ваҡыт киләсәкбеҙ", – ти дүрт йәшлек Рәмил.

Яңы фонтан барлыҡҡа киләсәк
Яңы фонтан барлыҡҡа киләсәк

Асҡын районының Асҡын ауылында үҙәк майҙанда урынлашҡан фонтанды сафҡа индереү буйынса эштәр башҡарылған. Эштәр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” (“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты) проекты сиктәрендә башҡарылған.

Эштәрҙе “Брикс АкваТехСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бригадаһы үткәргән. Оҙаҡламай фонтан йәйғорҙоң бөтә төҫтәре менән балҡыясаҡ – уға яҡтыртҡыс ҡуйылған. Уның эшләп китеүен ололар ҙа, балалар ҙа түҙемһеҙлек менән көтә.

– Уның ялтырап эшләүен тиҙерәк күргем килә. Беҙ бында һәр ваҡыт киләсәкбеҙ, – ти дүрт йәшлек Рәмил.

Малай менән әсә көн һайын иртән һәм кисен фонтан янынан уҙа. Рәмил һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарылған эштәрҙе күҙәтә. Уның әсәһе Лилиә район етәкселегенә булдырылған уңайлы шарттар өсөн рәхмәт әйтә. Ул аллеяның үҙәк майҙанынан алыҫ түгел урынлашҡан эскәмйәлә ҙур ихласлыҡ менән ял итә, эскәмйәлә, бигерәк тә йәйге эҫелә шыршылар күләгәһендә ултырырға ярата. Хәҙер эскәмйәләр фонтан янындағы майҙанда ла барлыҡҡа килде. Ә һуңынан уларҙың һаны артасаҡ.

– Буласаҡ фонтан урынында беҙ Яңы йыл алдынан күргән фонтан формаһында яҡтылыҡ арт-объекты ҡуйыу – бик һәйбәт идея булды, –ти Татьяна Михайлова. – Яңы фонтаныбыҙ ҙа ҡышҡы яһалмаһы кеүек сағыу булыр тип ышанам!

Әйткәндәй, ағымдағы йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға стеланы ремонтлау планлаштырылған. Шулай итеп, үҙәк майҙан тулыһынса яңыртыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса Асҡын ауылының үҙәк майҙанында тротуар ремонтланған, ҡойма һүтелгән, шаҡмаҡлап ваҡланған таш түшәлгән, йәшелләндереү эштәре башҡарылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufaved.info

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в