

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева “ИННОПРОМ” XII Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһенә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә видео-конференц бәйләнеш аша ҡатнашты.
Сарала Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Груздев, “ИННОПРОМ” күргәҙмәһе директоры Алексей Атрашкин, Свердловск өлкәһе губернаторы Дмитрий Ионин, “ИННОПРОМ” күргәҙмәһе директоры урынбаҫары Юлия Лопарева, компаниялар һәм төбәктәр вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырыш барышында күргәҙмәнең төп темаһы – “Сәнәғәт үткәүеле: саҡырыуҙарҙан яңы мөмкинлектәргә” булды, шулай уҡ эшлекле программаның төп саралары, импортты алмаштырыуға йүнәлтәлгән һорауҙар, хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен булдырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Ҡаҙағстан Республикаһы вәкилдәренең эшлекле программа уҙаҡташтары сифатында ҡатнашыуы мәсьәләһе айырым тикшерелде. Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Көньяҡ Африка Республикаһы, Берләшкән Ғәрәб Әмирлектәре, Әзербайжан, Әрмәнстан, Сербия, Монголоия кеүек илдәр күргәҙмәлә ҡатнашыуға саҡырылған.
Кәңәшмәлә экспозиция сиктәрендә Рәсәй компанияларын һәм субъекттарын презентациялау тураһында ла һөйләшеү булды.
Күргәҙмәлә 20 төбәк, шулай уҡ “Ростех” дәүләт корпорацияһы, “КамАЗ”, “Алмаз-Антей”, “Промсвязьбанк” кеүек компаниялар, “Рәсәй экспорт үҙәге” кеүек ойошмалар ҡатнашасаҡ. Шуны ла билдәләргә кәрәк, күргәҙмә майҙанының 70 процентын алынған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара быйыл 4 – 7 июлдә “Екатеринбург-ЭКСПО” халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгенең майҙанында уҙасаҡ. Унда Башҡортостан да ҡатнашасаҡ.
“ИННОПРОМ” күргәҙмәһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) артабан ғәмәлгә ашырыға булышлыҡ итәсәк.
Фото: ruzainvest.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан