Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“РиаПласт” ҡалдыҡһыҙ етештереүгә күсәсәк

Компания лизинг ярҙамында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе арттырыуға һәм тауар хаҡын төшөрөүгә өлгәшкән

“РиаПласт” ҡалдыҡһыҙ етештереүгә күсәсәк
“РиаПласт” ҡалдыҡһыҙ етештереүгә күсәсәк

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” корпорацияһының структураһына ҡараған Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы “РиаПласт” (Туймазы районы) йәмғиәтенә пердприятиеның ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә ҡорамалдар алырға лизинг биргән. Яңыртып ҡороу сеймалды ҡайтанан етештереүгә 11 процентҡа тиклем ҡайтарыуға һәм тауар хаҡын алты процентҡа төшөрөргә булышлыҡ итәсәк. Финанслау күләме 13,6 миллион һум тәшкил иткән. Башҡортостанда лизинг ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ тәҡдименә ярҙам”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттары (национальные проекты “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”, “Международная кооперация и экспорт ”) сиктәрендә күрһәтелгән.

– Тыштан баҫым яһалған әлеге иҡтисади хәлдә Башҡортостан предприятиелары ташламалы шарттарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлеге алыуы мөһим. Дәүләт үҫеш институттары баҙар ставкаларынан күпкә кәм финанс тауар тәҡдим итә. Мәҫәлән, яңы ҡорамал “РиаПласт”ҡа сеймалға сығымды кәметеүгә һәм көнәркәшлекте күтәрергә, киләсәктә етештереүҙә декарбонизация программалары буйынса һалымға ташлама алыуға булышлыҡ итәсәк, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Абзалов.

Әле предприятиеның  технологик ҡалдыҡтары 11 процент самаһы тәшкил итә. Уларҙы грануллау юлы менән яңынан етештереүгә ҡайтарырға мөмкин. Лизингҡа алынған ҡорамал – шредер-термокомпакторлы грануллау линияһы ҡалдыҡтарҙы тулы циклда эшкәртеүгә һәләтле, ә киләсәктә бер айҙа 60 тонна сеймалды утилләштерә аласаҡ, был сәнәғәт ҡалдыҡтары күләмекн тулыһынса ҡаплай, тип белдерәләр компанияла.

“РиаПласт” йәмғиәте ярмалы һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары өсөн йомшаҡ төргөстәр эшләү һәм етештереү менән шөғөлләнә. Тауарҙар сертификацияланған Рәсәй сеймалынан һәм техноллогияларҙы теүәл үтәп етештерелә. Тауарҙар араһында аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдарын һаҡлау һәм ташыу өсөн тәғәйенләнгән биг-бэг төрөндәге контейнерҙар ҙа бар.               

Фото: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан   

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в