

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығы “Башҡорт лимузины” агрохолдингының инвестиция проектын бойомға ашырыуға ярҙам ҡулы һуҙа. Был эш "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү" милли проектына (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы тормошҡа ашырыла.
Предприятие Федоровка районында 11 мең һыйырға заманса малсылыҡ комплексы төҙөргә йыйына. Проект өҫтөнлөклө статусына эйә.
“Ведомство йүнселдәргә эште тиҙләтеү өсөн ер участкаһын аукционһыҙ бирергә ниәтләй, – ти ер һәм мөлкәт министры урынбаҫары Рөстәм Ғиззәтуллин. – Инвестор мал һарайҙары һәм ашатыу майҙансыҡтары өсөн оҙайлы арендаға 35 гектар самаһы ерҙе алырға теләй”.
Комплекстың тәүге объекттары 2023 йылда асыласаҡ. Бының өсөн дөйөм алғанда 868 миллион һум кәрәк була. 65 эш урыны булдырыласаҡ. Ит продукцияһын Мәләүез ит комбинаты ҡабул итәсәк.
Фото: mzio.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан