Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына 131 республика предприятиеһы ингән. Уларҙың 26-һы агросәнәғәт секторына ҡарай.
Был хаҡта Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов милли проекттың үтәлеше буйынса кәңәшмәлә белдерҙе. Предприятиеларҙың яртыһы яңынан эшкәртеү, ҡалғаны ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.
2022 йылда милли проектҡа тағы өс ауыл хужалығы предприятиеһын индереү планлаштырыла.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы, илдә хеҙмәт етештереүсәнлеге йыл һайын 2024 йылға тиклем биш процентҡа артып барырға тейеш. Башҡортостанда был йүнәлеш буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы яуаплы.
Фото: n-zh.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан