Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп директорҙарының кәңәшсеһе кем?

Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин нимә тип белдерҙе...

Мәктәп директорҙарының кәңәшсеһе кем?
Мәктәп директорҙарының кәңәшсеһе кем?

Башҡортостанда “Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” конкурсы тормошҡа ашырыла. Был сара мәктәп директорҙарының тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмаларына булышлыҡ итеү буйынса кәңәшселәр резервын булдырыу өсөн ойошторола.

- “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” – Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының, Рәсәйҙең мәктәп директорҙарының тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмаларына булышлыҡ итеү буйынса кәңәшсе вазифаһына кандидат һайлау буйынса асыҡ конкурсы, - тип белдергән республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Республикала тәрбиә мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә, республикабыҙҙың күп милләтле икәнлеге иҫәпкә алына. Был этапта педагогтар конкурсҡа ҡушылды, 200-ҙән ашыуы “Дөйөм белем биреү ойошмаһында тәрбиә” квалификацияһын күтәреү буйынса уҡытыласаҡ.

Кәңәшселәр институтының роле тураһында Рәсәй Мәғариф министрлығының Тәрбиә өлкәһендә дәүләт сәйәсәте, өҫтәмә белем биреү һәм балалар ялы департаменты директоры Наталия Наумова түбәндәгеләр хаҡында һөйләгән.

- “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” проекты тәрбиә биреү системаһында ҙур мәғәнәгә эйә. Навигатор бала һәм белем биреү ойошмаһы тирәһендәге күп күләмле мәғлүмәттәрҙе асыҡларға булышлыҡ итә. Ул – тәрбиә өлкәһендә алдынғы технологиялар һәм ысулдар нөктәһе. Бала саҡ навигаторҙары чиновниктар түгел, улар директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе – мәктәптең белем биреү системаһын адреслата өйрәнә һәм уға нимә индереп булыуын аңлай.

Былтыр “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” 10 пилот төбәгендә үткәрелгән. Улар - Брянск, Вологда, Калининград, Түбәнге Новгород, Омск, Сахалин, Төмән, Силәбе өлкәләре, Ставрополь крайы һәм Севастополь. Быйыл проектта тағы 35 төбәк ҡатнашасаҡ, кәңәшселәр колледждарҙа ла барлыҡҡа киләсәк. Шулай итеп, был проектты тормошҡа ашырыуға Башҡортостан да ҡушыла. 

Бөтә Рәсәй “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” конкурсында тәрбиә мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын асырға һәм балаларға үҙҙәре алдындағы күп мөмкинлектәрҙе аңларға ярҙам итергә теләгән уҡытыусылар ҡатнаша ала. Бының өсөн сайтта (https://rdsh.education/contest/) теркәлергә, анкета тултырырға, сайттағы шәхси кабинетҡа бала партфолиеһын индерергә һәм һөҙөмтә әңгәмәһен үткәрергә кәрәк. Ғаризалар  13 майға тиклем ҡабул ителә.

Бөтә Рәсәй “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” конкурсы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Белем биреү” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: вологда.рф

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в