Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект "Производительность труда”) республиканың 131 предприятиеһы ҡатнаша, шуларҙың 26-һы агросәнәғәт комплексына ҡарай. Ошо турала республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу һорауҙарына арналған кәңәшмәлә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.
Сарала РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, БР Ауыл хужалығы министрлығы, Төбәк компетенциялар үҙәге һәм ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу – ил үҫешенең өҫтөнлөклө стратегик йүнәлеше булараҡ билдәләнә. Проектта ҡатнашыусы предприятиелар эксперттарҙың бушлай адреслы ярҙамына хоҡуҡлы. Башҡортостанда милли проектта ҡатнашыусыларҙың 20 проценты агросәнәғәт комплексына тура килә. Шуларҙың яртыһы продукцияны эшкәртеү менән шөғөлләнә. Рәсәй буйынса проектта ҡатнашыусы ауыл хужалығы предприятиелары өлөшө 6 процент тәшкил итә. 2022 йылда республиканың йәнә өс предприятиеһы милли проектҡа инәсәк”, - тип билдәләне Айрат Фәхретдинов.
Ул шулай уҡ милли проектта ҡатнашыу шарттары, дәүләт тарафынан ярҙам саралары, “Экспорт үҫеше акселераторы”, “Етештереүсәнлек лидерҙары” программалары һәм республикала старт алған Алдан әҙерләү корпоратив үҙәктәре тураһына ентекле һөйләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
Фото: mcx.gov.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан