Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Рәсәйҙең торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү тураһында күптән һөйләйҙәр инде. Беҙ үҙебеҙҙең тарафтан был тармаҡҡа айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Башҡортостан илдәге шәхси торлаҡ төҙөлөшө сегментында типовой торлаҡ төҙөлөшөн башлау, шул иҫәптән биләмәләрҙең комплекслы үҫеше механизмын файҙаланып, проекты өсөн һайлап алынған һигеҙ төбәге араһына индерелде. Проект сиктәрендә Өфө районының Миловка ауылында 26 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә дөйөм күләмдән 54,2 процент тура килә. Күптәр фатир урынына яңы уңайлы шәхси торлаҡты үҙ итә.
Башҡортостанда ҡуртымға алыу программаһын - ДОМ.РФ –ты сафҡа индереү планлаштырыла. ДОМ.РФ Өфө төҙөүселәренән ҡуртымға биреү өсөн мебель һәм техникаһы булған 150 – 200 фатир һатып алырға уйлай.
Төҙөүселәр яңы проекттарҙы баҙарға сығара алһын өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте кредит ставкаларын 15 процентҡа тиклем кәметте. Был схема беҙҙә тиҙ үҫешә: кредит килешеүҙәре суммаһы буйынса Башҡортостан төҙөүселәре Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәй Федерацияһында 13-сө урынды биләй.
Дөйөм алғанда, йылды беҙ яҡшы күрһәткестәр менән тамамланыҡ, беренсе кварталда 833,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк. Волга буйы федераль округында беҙ – икенсебеҙ. Әлбиттә, бөгөнгө ысынбарлыҡта, торлаҡ төҙөлөшө тиҙлеген һаҡлауҙан тыш, коллективтарҙы һәм тармаҡты һаҡлап алып ҡалыу шарт. Шуға төҙөүселәргә ойоштороу йәһәтенән ярҙам күрһәтәбеҙ. Бюрократия процедураларын ябайлаштырабыҙ һәм уларҙың ваҡытын һиҙелерлек ҡыҫҡартабыҙ”.
Фото: lnova.ru