Милли проекттар
5 Май 2022, 07:15

Ураҙбай быуаһына – яңы һулыш

Әлегә быуаның хәле шәптән түгел

Ураҙбай быуаһына – яңы һулышУраҙбай быуаһына – яңы һулыш
Ураҙбай быуаһына – яңы һулыш

Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проектына ярашлы, районда “Эшҡыуар сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үтте. Унда “Һәләүек” ял базаһын асыу мәсьәләһе тикшерелде. Проекттың инициаторы – Ишембай районының Ураҙбай ауылынан Айрат Вәғиз улы Ямалетдинов.

Ураҙбай ауылында ҙур булмаған быуа бар. Ул республиканан, хатта тотош илдән туристарҙы ылыҡтыра алыр ине. Ләкин   әлегә быуаның хәле шәптән түгел. Йүнсел тәҡдим иткән проекттың төп маҡсаты – быуаны таҙартып, балыҡ үрсетеү, туристик ял базаһы асыу, республикала ғаилә менән ял итеү йәһәтенән шарттар булдырыу, сәләмәт тормошто пропагандалау.

“Ошо хозур тәбиғәт ҡосағында йәштәр, балалы ғаиләләр, өлкәндәр рәхәтләнеп ял итһен ине. Туристик база асылһа, Ураҙбай халҡы өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, ауыл, курорт зонаһына әүерелеп, яңы һулыш аласаҡ”, – тине Айрат Вәғиз улы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/254988

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/254988

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас