Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Май 2022, 15:15

Бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла күреп була

"Яман шешкә илткән сирҙәрҙе, яман шештәрҙе ни тиклем иртәрәк асыҡлаһаҡ, пациентты һауыҡтырыу мөмкинлеге лә бермә-бер артасаҡ".

Бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла күреп була
Бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла күреп була

“Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектына ярашлы, Архангел үҙәк район дауаханаһына яңы заманса эндоскопик комплекс алынды.

Эндоскопия – махсус һығылмалы аппараттар (эндоскоптар) ярҙамында тикшереү һәм дауалау ысулы. Ул эске ағзаларҙы ентекләп ҡарарға ярҙам итә. Һүрәткә төшөрөү системаһы менән йыһазландырылған нәҙек кенә һығылмалы көпшәнән тора.  Аппараттың  осонда табип өсөн идара итеү механизмы эшләй. Эндоскоптың микроскопик тикшереү өсөн материалдарҙы алырға, төрлө дауалау манипуляцияларын үткәрергә махсус каналы бар.

Гастроскоп ҙур диагностика мөмкинлектәренә һәм функцияларға эйә. Һүрәттәрҙең яҡшы сифатлы  булыуы теүәл тикшереү үткәрергә ярҙам итә. Видеоэндоскоптарҙы ҙурайтып ҡарау функцияһы  ваҡ ҡына тайпылыштарҙы ла асыҡларға  булыша.

– Эндоскопик диагностиканың мөһим бурысы – яман шешкә илткән сирҙәрҙе, яман шештәрҙе иртә стадияла асыҡлау. Ни тиклем иртәрәк асыҡлаһаҡ, дауалауҙы ла иртә башлаясаҡбыҙ, пациентты һауыҡтырыу мөмкинлеге лә бермә-бер артасаҡ, - ти дауахананың баш табибы Камил Яппаров.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в