Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район халҡы төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүендә әүҙем ҡатнаша. Иң күп тауыш йыйған биләмәләр киләһе йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы төҙөкләндерелә.
Дүрт меңдән ашыу кеше яңыртылырға тейешле урындарҙы ғына түгел, ә киңлектәрҙең дизайн-проекттарын да һайлаған.
Мәғлүм булыуынса, 2022 йылдың 30 майына тиклем һәр кеше ҡала мөхитен уңайлы итеүҙә ҡатнаша ала. Заманса йәмәғәт киңлектәре, йәшел скверҙар һәм парктар, матур яр буйҙары, уңайлы урамдар, ихаталар – быларҙың барыһын да үҙебеҙ һайлай алабыҙ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/452329/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/255377