

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы нигеҙендә ағас ултыртыу саралары дауам итә. Мәғлүм булыуынса, акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы уҙғарыла.
“Хәтер баҡсаһы”ның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү. Һәләк булған 27 миллион кеше иҫтәлегенә бөтәһе 27 миллион ағас ултыртыу күҙаллана.
Башҡортостан был башланғысты әүҙем хуплай. Әле урман фондында ғына 250 мең самаһы ағас үҫентеһе ултыртылған. Мәҫәлән, Әбйәлил урмансылығында акция 150-нән ашыу кешене берләштергән. Дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә 12 мең ҡарағай ултыртылған.
Дыуан районында акция бер нисә майҙансыҡта үтте. Еңеү паркында 15 йүкә һәм тирәк, Ҡәҙер ауылында ике гектар ергә һигеҙ мең шыршы һәм ҡарағай, Дүртөйлө урмансылығында төп сара барышында биш мең шыршы ултыртылған.
Үрге Тәтешле ауылында Донбасстағы махсус операцияла ҡатнашҡандарҙы хуплап, Z хәрефе рәүешендә символик аллея барлыҡҡа килде. Ауыл халҡы һәм урындағы әүҙемселәр 450-нән ашыу ҡарағай ултыртҡан.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда акция 25 майға тиклем дауам итә. Уны үткәреү өсөн урман хужалыҡтары һәм урмансылыҡтар һәр муниципалитет биләмәһендә 61 урман участкаһы әҙерләгән. Ағас ултыртыу майҙансығын садпамяти2022.рф сайтында һайларға мөмкин.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/452212/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/255560