Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, милли проект уртаса етешлектә йәшәгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, уны ипотека файҙаланып һатып алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота.
Үрҙә әйтеп үтелгән сквер быйыл тауыш биреү ярҙамында һайлап алынған. Ул ҡаланың тарихи өлөшөндә урынлашҡан. Бында хакимиәт һәм йәмәғәтселек өсөн әһәмиәтле биналар бар. Тулы ҡанлы тормош барған ҡала уртаһындағы скверҙа һәм уның эргә-тирәһендә халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Ял итеү өсөн эскәмйәләр барлыҡҡа киләсәк, ағастар ултыртыласаҡ, аллеялар хасил буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдан алып йыл һайын дүртөйлөләр өсөн был программа буйынса скверҙар, парктар төҙөкләндерелә, яңы йәмәғәт урындары барлыҡҡа килә.
Фото: Дүртөйлө ҡала хакимиәте.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан