Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Май 2022, 12:10

Халыҡ көтөп алған поликлиника ишеген асты

Саҡмағош районында яңы поликлиника асылды. Төҙөлөшкә 400 миллион һум самаһы аҡса сарыф ителгән.

Халыҡ көтөп алған поликлиника ишеген асты
Халыҡ көтөп алған поликлиника ишеген асты

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте башлығы Максим Забелин һәм Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев поликлиниканы тантаналы рәүештә асты. Сарала шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков ҡатнашты.

— Бөгөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Саҡмағош районы өсөн бик мөһим ваҡиға. Өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһынан, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан торған ҙур объектты сафҡа индерҙек. Район халҡы был объектты 15 йылдан ашыу көттө. Әлеге төҙөлөш Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика буйлап тәүге сәфәрҙәренең береһендә хуплаған граждандар инициативаһы буйынса «мәсьәләне бергәләп хәл итә алабыҙ» принцибы буйынса берлектәге, командала эшләүҙең сағыу өлгөһө булды, — тине Максим Забелин.

Ул бөгөн клиниканың бөтә заманса стандарттарға һәм санитар нормаларға, талаптарға тап килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Проектҡа ярашлы, поликлиника дөйөм майҙаны 4900 квадрат метр булған өс ҡатлы бинанан тора, ул иҫке бина менән икенсе ҡат кимәлендә йылы үткәүел менән тоташҡан. Поликлиника балаларға һәм өлкәндәргә беренсел медицина ярҙамы һәм амбулатор ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.

Яңы бүлмәләр медицина йыһаздары һәм заманса стандарттарға тап килгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған, килеүселәр өсөн уңайлы майҙансыҡтар, хәрәкәт итеүе сикләнгән пациенттар өсөн лифт, рампа бар.

Поликлиника бер сменаға 250 кешене ҡабул итә ала. Өлкәндәр бүлегенә — 180, ә балалар бүлегенә бер сменаға 70 кеше килә.

Поликлиникала балалар консультацияһы, рентген-диагностика бүлеге, өлкәндәр бүлеге өсөн бүлмәләр, хирургия бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, эндоскопия бүлеге (гастроскопия, колоноскопия), эндокринолог һәм офтальмолог кабинеттары һәм башҡалар эшләй.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Халыҡ көтөп алған поликлиника ишеген асты
Халыҡ көтөп алған поликлиника ишеген асты
Халыҡ көтөп алған поликлиника ишеген асты
Халыҡ көтөп алған поликлиника ишеген асты
Халыҡ көтөп алған поликлиника ишеген асты
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: