Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Май 2022, 10:45

Тәбиғәткә зыянды кәметеү мөһим

Сүп-сарҙы фракцияларға айырыу цехы көнөнә 75 тонна ҡый эшкәртеү ҡеүәтенә эйә.

Тәбиғәткә зыянды кәметеү мөһим
Тәбиғәткә зыянды кәметеү мөһим

Архангель районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш иткән “Свежий ветер” ойошмаһы ҡалдыҡтарҙы фракцияларға бүлеү цехын асты. Ойошма директоры Светлана Вәлиева белдереүенсә, был цех ете кешене эш менән тәьмин иткән.

- Цех ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары күләмен кәметеүгә етди аҙым булып тора. Көнөнә 75 тонна сүп-сарҙы эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Сәғәтенә 15 тонна сүп эшкәртә аласаҡбыҙ. Халыҡтан йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары икенсел сеймал эшкәртеүгә яраҡлыларына бүленәсәк: ҡағыҙ, быяла, пластик шешәләр һәм башҡаһы. Тимер банкалар, пластик шешәләр, ҡағыҙ пресс аша үткәрелеп, тығыҙлана.

Цех Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) сиктәрендә төҙөлгән. “Экология” милли проектының маҡсаты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының күләмен кәметеү, икенсел эшкәртеүгә ебәрелгән сеймалды арттырыуға ҡайтып ҡала. Быға тап ошондай сүп эшкәртеү полигондарының һанын арттырып ҡына өлгәшергә була.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Лилиә Нуретдинова.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: