Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Май 2022, 16:30

Дүртөйлөлә 44 кеше бушлай уҡытыласаҡ

Өҫтәмә һөнәр алыу йүнәлештәре һәм алымдары менән “Рәсәйҙә эш” порталында ғариза тултырған ваҡытта танышырға була

Дүртөйлөлә 44 кеше бушлай уҡытыласаҡ
Дүртөйлөлә 44 кеше бушлай уҡытыласаҡ

Дүртөйлө районының ҡырҡтан ашыу кешеһе яңы һөнәргә уҡытыласаҡ. Муниципаль район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Рәсәйҙә эш” порталы аша бушлай уҡыу өсөн, районда йәшәүсе 14 граждан ғариза биргән. 2022 йылға Дүртөйлө районы өсөн шундай 44 квота бүленгән.

Граждандарға  900 төрлө уҡытыу программаһы тәҡдим ителә. Курстарҙан һуң, белем алыусыларҙың 75 проценты эшкә урынлашырға йәки үҙ эшен асырға тейеш.

“Өҫтәмә һөнәр алыу йүнәлештәре һәм алымдары менән “Рәсәйҙә эш” порталында ғариза тултырған ваҡытта танышырға була. Заявка биргәндән һуң, беҙҙең үҙәктә консультация үтер кәрәк. Белгестәр белем алырға теләүселәрҙең мөмкинлектәрен, һәләтен баһалап, уҡыу буйынса дөрөҫ программа һайларға булышлыҡ итәсәк”, - ти Дүртөйлө районы буйынса мәшғүллек үҙәге бүлеге начальнигы Альбина Ғәлиева.

Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектының (национальный проект  "Производительность труда и поддержка занятости) бурыстарын тормошҡа ашыра һәм халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Фото: senatinform.ru

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: