Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Май 2022, 11:30

“Рационализаторҙар марафоны” старт алды

Бөгөн Башҡортостан иҡтисадына стандарт булмаған яңы идеялар менән янған лидерҙар кәрәк

“Рационализаторҙар марафоны” старт алды
“Рационализаторҙар марафоны” старт алды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект  «Производительность труда») сиктәрендә, Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй) һәм РФ Иҡтисади үҫеше министрлығы тарафынан үткәрелгән “Рационализаторҙар марафоны” белем биреү проектының яңы миҙгеле старт алды.

Был - рационализаторлыҡ һәм етештереүҙе технологик яҡтан  яҡшыртыу өлкәһендә уҡытыу сессияларынан һәм фекер алышыуҙарҙан торған онлайн-лекциялар. Марафон хеҙмәт баҙарындағы ҡиммәттәрҙең нисбәтен үҙгәртеүсе инновацияларҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Уның һөҙөмтәһендә рационализаторлыҡ хәрәкәтен үҫтереүҙә яңы импульс барлыҡҡа килергә тейеш, тип күҙаллана.

“Бөгөн Башҡортостан иҡтисадына стандарт булмаған яңы идеялар менән янған лидерҙар кәрәк. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында беҙҙең ҡатнашыусылар яңы тәжрибәләрҙе ҡулланырға, улар менән уртаҡлашырға һәр ваҡыт әҙерҙәр. Шуға күрә, марафонда ҡатнашыу иҡтисад үҫешенә этәргес бирер, тип ышанабыҙ”, - тине БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.

Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в