Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Май 2022, 15:30

Сифатлы ҡорамал – сифатлы дауа

Өфөнөң 21-се дауаханаһы диагностика һәм дауалауҙа ҡулланылған ышаныслы яңы ҡорамал алды 

Сифатлы ҡорамал – сифатлы дауа
Сифатлы ҡорамал – сифатлы дауа

Бөгөн медицина ярҙамы стандарттары юғары сифатлы ҡорамалдар ҡулланыуҙы талап итә. Дауалауҙың тәьҫирлелеге табиптың белеменән, тәжрибәһенән тыш, медицина ҡорамалдарының сифатына ла бәйле. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш“ проектына ярашлы, Өфөнөң 21-се дауаханаһы яңы ҡорамал алды.  

Optima IGS 330 агиографы –  диагностика һәм дауалауҙа ҡулланылған ышаныслы һәм етештереүсәнле интервенцион рентген системаһы.

– Инвазив процедураларҙы үтәгәндә беҙ иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла пациенттарҙы дауалауҙы тәьҫирле һәм хәүефһеҙ ысул менән башҡарырға тырышабыҙ.  Кардиология һәм периферия процедуралары өсөн тәғәйенләнгән   агиограф системаһы нигеҙендә һыналған технология, юғары сифатлы һүрәттәр формалаштырыу сылбыры ята. Аҙ ғына нурланыш һөҙөмтәһендә яҡшы сифатлы һөҙөмтә алабыҙ, – ти дауахананың баш табибы Ринат Нагаев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.  

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: