Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе

Сибай ҡалаһынан Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле Ҡазанда үткән конкурста I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе
Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") сиктәрендә үткән һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында үткән "Мин булдырам! Сикһеҙ ижад" Бөтә Рәсәй конкурсында Сибай ҡалаһынан Балалар сәнғәт ижады мәктәбенең Марина Сидорова етәкселегендәге ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле "Инструменталь сәнғәт" номинацияһында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Сара Ҡазан ҡалаһында уҙҙы.

Йәш артистар Никита Малыгин, Альберт Ҡотлогилдин, Мортаза Ҡотлогилдин, Динислам Алламоратов һәм Мортаза Батталовтар баһалама ағзаларын үҙҙәренең артислыҡтары һәм "Солянка" татар бейеү көйөн иҫ киткес башҡарыуҙары менән хайран ҡалдырған.

- Ошондай конкурстар миңә һәм минең һәләтле, тырыш һәм мөләйем артистарыма ҡанаттар өҫтәй, илһамландыра, -ти Марина Сидорова. - Беҙ балалар менән үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙы юғары кимәлдә күрһәтә алдыҡ. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанға сәйәхәтебеҙ күңелдәрҙә иҫ киткес йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Мин уҡыусыларымдың ата-әсәләренә ҙур рәхмәт белдерәм, улар беҙҙең һәр ижади башланғысты хуплап, бар яҡлап ярҙам күрһәтә.

Фото һәм сығанаҡ: "Сибайский рабочий" гәзитенән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе
Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе
Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в