Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Май 2022, 10:30

Бер юлы биш проект ҡаралды

Кемдер туризм йүнәлешендә, икенселәре - ауыл хужалығы, өсөнсөләре халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.

Бер юлы биш проект ҡаралды
Бер юлы биш проект ҡаралды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ҡала һәм хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәрен барлауға ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырған йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ ҡыла. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге ваҡытта ла эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, улар оҙайлы ваҡытҡа кредит каникулдары юллай аласаҡ.

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә бер юлы биш проект ҡаралды. Маҡан ауылы эшҡыуары Данил Дәминев үҙ эшен асыу маҡсатында производство-техник ҡорамалдар һатып алыу өсөн ярҙам һораһа, Аҡъярҙан Илмира Ҡолонбаева ла матурлыҡ салоны асыу өсөн кәрәкле ҡорамалдарға инвестиция бүлеүҙәрен үтенә. Уның белдереүенсә, яңы асыласаҡ салонда матурлыҡ инсдустрияһы өлкәһендәге барлыҡ хеҙмәттәр күрһәтеләсәк, һәм был сифатлы буласаҡ тип ышандыра.

Таштуғай ауылынан Кәрим Мәжитов малсылыҡ тармағын киңәйтеү буйынса үҙ бизнес-планын тәҡдим итһә, Нәйлә Вәхитова район үҙәгенең төньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә йәйге кафе асыуҙы планлаштыра. Эшҡыуар Филүз Сәлишев район биләмәһендә туризды үҫтереү маҡсатында Йәнтеш ауылында кемпинг төҙөүҙе күҙаллай.

Район хакимиәте башлығы структура подразделениеларына тәҡдим ителгән проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бер юлы биш проект ҡаралды
Бер юлы биш проект ҡаралды
Бер юлы биш проект ҡаралды
Бер юлы биш проект ҡаралды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: