Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Май 2022, 09:30

Йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

Бындай проектты Федоровка ауылынан Илфат Мәмбәтов тәҡдим итте.

Йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде
Йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙна һайын үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы Федоровка ауылынан Илфат Мәмбәтов йылҡысылыҡ тармағын киңәйтеү буйынса бизнес-проектын тәҡдим иткән. Йылҡысылыҡ - районда табышлы һәм отошло тармаҡ, сөнки аттар ҡышын - тибендә, йәйен ҡырҙа була. Шулай уҡ уларҙан ҡымыҙ етештереү буйынса ла, итләтә һатҡанда ла ярайһы уҡ табыш алыу мөмкинлеге бар. Илфат Мәмбәтов үҙ эшен асыу, уны киңәйтеү маҡсатында район етәкселегенә аттар алыуҙа ярҙам итеүҙе һорай.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов был тәҡдимде хуплаған һәм урынбаҫарына  эшҡыуарға дәүләт ярҙамы биреү өсөн программаларҙы ҡарарға тәҡдим иткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде
Йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: