Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Май 2022, 21:30

Магистранттар - уҡытыусы ролендә

Сит илдәрҙән килгән студенттар рус теленең нескәлектәрен өйрәнә.

Магистранттар - уҡытыусы ролендә
Магистранттар - уҡытыусы ролендә

Башҡорт дәүләт университетындағы филология факультетының педагогик белем биреү төркөмөндә беренсе йыл уҡыған магистранттар сит илдән килгән студенттар алдында үҙҙәрен рус теле уҡытыусыһы ролендә һынаны.

Колумбия, Сенегал һәм Мысырҙан килгән йәштәр яңы ғына рус теленән база кимәлендә имтихан тапшырғайны. Магистранттар улар өсөн алты пар дәрес уҙғарҙы. Уларҙа өйрәнелгән грамматик материал ҡабатланды, яңыһы аңлатылды. Эрика Дусеева һәм Софья Снарская сит ил йәштәренә рус теленең ҡатмарлы темаларының береһен - исемдәрҙе һәм сифаттарҙы күплектә, берлектә килеш менән үҙгәртеү ҡағиҙәләрен өйрәтте. Алина Нехорошкова, Ольга Гаврилова рус телендә төрлө төр ҡылымдарҙы ҡулланыу үҙенсәлектәрен аңлайышлы итеп еткерергә тырышты. Резеда Әхмәтшина менән сит илдән килгән студенттар Шарль Перроның “Ҡыҙыл ҡалпаҡ” билдәле әкиәтен рус телендә уҡыны. Эвелина Мусина ла “Балтанан бутҡа” әкиәте аша рус кешеһенең тапҡырлығын, зирәклеген сағылдырҙы.

Йәш магистранттар алдында ҡатмарлы бурыс торҙо. Тәүге минуттарҙа уҡ улар сит ил йәштәренә айырым мөнәсәбәт талап ителеүен аңланы. Филология факультеты студенттарына йыш ҡына һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен, грамматиканы аңлатыу өсөн ғәҙәти булмаған алымдар ҡулланырға тура килде. Ҡул аҫтындағы әйберҙәр ҙә, художестволы һәләт тә, артистлыҡ оҫталығы ла ярҙам итте. Былар барыһы ла аудитория тарафынан да йылы ҡабул ителде.

Сит ил йәштәре дәрестә әүҙем ҡатнашып, уҡыу процесына ныҡлап инеүен күрһәтте, ошо рәүешле яңы эш башлап торған уҡытыусыларҙы дәртләндерҙеләр. Айырыуса улар грамматик һәм лингвомәҙәни материалды биреүҙә магистранттарҙың ижади алымын баһаланы: теорияға өҫтәп сағыу презентациялар, аудиоәкиәттәр, балалар йырҙары һәм йәнһүрәттәре яңы мәғлүмәтте ҡабул итеүҙе ябайлаштырҙы.

Магистранттар ҙур һөнәри тәжрибә алды, уҡытыусыларының кәңәштәрен ҡулланыу ҙа ярҙам итте, ошо рәүешле сит илдән килгән студенттарға бөйөк рус теленең нескәлектәрен өйрәнеүгә юл астылар.

Бындай эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Фән” милли проектына (национальный проект “Наука”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

(БДУ-ның социаль селтәрҙәге материалына таянып әҙерләнде).

Фото: bashedu.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: