Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Май 2022, 22:30

Уҡыу йорттарын ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Йәштәр өсөн һөнәр өйрәнеүҙә киң мөмкинлектәр асыла.

Уҡыу йорттарын ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Уҡыу йорттарын ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Рәсәй Мәғариф министрлығы колледж һәм техникумдар араһында "Профессионалитет" федераль проектына ярашлы конкурс уҙғара. Уның һөҙөмтәләре буйынса урта һөнәри белем биреү ойошмалары белем биреү - производство кластерҙары - колледж һәм тармаҡ предприятиелары берекмәләрен булдырыуға субсидия аласаҡ.

Кластерҙа яңы идаралыҡ структуралары, яңы йөкмәткеле белем биреү программалары барлыҡҡа киләсәк. Уҡытыусылар, оҫталар, тәрбиә өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр, идара итеү командаһы вәкилдәре педагогика, етештереү һәм идара итеү оҫталыҡтарына өйрәнәсәк.

Студенттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә производствола ихтыяж менән ҡулланылған билдәле һөнәрҙәр буйынса белем аласаҡ. Был иһә урта һөнәри белем биреү системаһына иҡтисад талаптарына тиҙ арала көйләнергә булышлыҡ итәсәк, предприятиеларҙың кадрҙар талабын да ваҡытында хәл итергә булышлыҡ ҡыласаҡ.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылда 70 белем биреү-етештереү кластерҙары асыласаҡ. Тағы ла 70-е киләһе йылда барлыҡҡа киләсәк.   

2022 йылда "Профессионалитет" проектында ҡатнашыуға иҡтисадтың алдынғы йәмғиәттәре һайлап алынды: машиналар эшләү, шул иҫәптән авиа һәм судно төҙөү, металлургия, ауыл хужалығы, тимер юл транспорты, химия, атом, фармацевтика, еңел сәнәғәт, руда табыу предприятиелары.

2023 йылда проектҡа төҙөлөш, яғыулыҡ-энергетика комплексы, IT-индустрия, йыһан тармаҡтары ла ҡушыласаҡ. Кластерҙар булдырыу буйынса конкурсҡа ғаризалар 10 июнгә тиклем ҡабул ителә.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының "Профессионалитет" федераль проекты 2030 йылға тиклем илдең социаль-иҡтисади үҫеше стратегик башланғыстар исемлегенә индерелгән. Ул үҙ алдына урта һөнәри белем биреү системаһында квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең яңы тармаҡ моделен булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 2022 йылда "Профессионалитет" проекты 150 мең студентты берләштерәсәк.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Фән" милли проектына (национальный проект "Наука") ярашлы тормошҡа ашырыла.  

Фото һәм мәғлүмәт: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: