Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2022, 10:30

Үҙ мөйөшөң булыуға бер ни етмәй!

Был саранан ситтә ҡалмағыҙ. Кем белә, бәлки, бәхет тап һеҙгә йылмайыр?

Үҙ мөйөшөң булыуға бер ни етмәй!
Үҙ мөйөшөң булыуға бер ни етмәй!

1 майҙан йыл аҙағына тиклем ташламалы ипотека буйынса ставка 9 процентҡа тиклем кәметелгән, шул уҡ ваҡытта кредиттар суммаһы буйынса юғарыраҡ лимиттар һаҡлана. Был ставка быйыл 1 майҙан ҡул ҡуйылған кредит килешеүҙәре буйынса тәғәйенләнә. Тик Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы биләмәләрендә урынлашҡан торлаҡ биналары буйынса был сумма 6 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.  Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе биләмәләре өсөн был сумма 12 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

- Үҙ мөйөшөң булыу көнүҙәк проблемаларҙың береһенә әйләнгән граждандар өсөн торлаҡ һатып алыу мөмкин буласаҡ. Ихтыж бар икән, яңы проекттар буйынса эш башлау өсөн стимул да барлыҡҡа киләсәк. Шулай итеп, ҡабул ителгән ставка һәм ипотека буйынса кредит биреү шарттары төҙөлөш баҙарының үҫешенә булышлыҡ итәсәк, - тип белдергән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Әйткәндәй, төҙөлөштөң үҫеше  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы бурыстарын да тормошҡа ашырасаҡ. Өҫтәүенә, милли проект уртаса етеш йәшәгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, уны ипотека файҙаланып һатып алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота.

Тағы үрҙә әйтелгәндәргә килгәндә,  программа буйынса беренсе иғәнә, элекке кеүек, 15 проценттан кәмерәк булырға тейеш. Яңы йортта фатир йәки профессиональ төҙөүселәрҙән шәхси торлаҡ йорт һатып алғанда ташламалы шарттарҙан файҙаланырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йорттар өсөн ташламалы ипотека пандемия башланғанда төҙөлөш тармағына ярҙам  маҡсатында тәҡдим ителә  башлағайны. Һуңғы айҙарҙа, апрель башына тиклем, кредиттарҙы 7 процентта биргәйнеләр, шул уҡ ваҡытта кредит күләме 3 миллирн һум менән сикләнгәйне. Апрелдә, төп ставка 20 процентҡа арттырылғандан һуң, ташламалы ипотека программаһы буйынса ставка 12 процентҡа тиклем күтәрелгәйне, кредит буйынса лимиттар Мәскәү, Санкт- Петербург яҡтарында 12 миллион һумға артһа, башҡа төбәктәрҙә был һан 6 миллион һум тәшкил итте.

Әйткәндәй, йәшәгән урыныбыҙҙың нисек буласағы үҙебеҙгә лә бәйле. “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль конкурсы дауам итә, тип хәбәр итә Ғафури районының матбуғат хеҙмәте. 2023 йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙе һайлауға ҡушыла алаһығыҙ. Онлайн-тауыш биреү 2022 йылдың 30 майына тиклем  https://clck.ru/gmDRb  сайтында бара.  Бынан тыш, “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” йәмәғәт виджеттары аша ла тауыш бирергә мөмкин. Былтыр “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы буйынса - 146, 2019 йылда – 185, 2020 йылда 103 йәмәғәт урыны сынъяһауға әйләнде.

Фото: building.bashkortostan.ru

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: