Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2022, 09:30

“Йәшлек” паркында – яңы аллея

Ул прокуратураның 300 йыллығына арналған аллея менән йәнәш урынлашҡан.

“Йәшлек” паркында – яңы аллея
“Йәшлек” паркында – яңы аллея

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, асҡындарҙың яратҡан “Йәшлек” паркын йәшелләндереү дауам итә. Ошо көндәрҙә унда аллеялар һаны йәнә артты.

Республикалағы суд эшмәкәрлегенең 100 йыллығына арналған яңы аллея Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы тормошҡа ашырылған “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында ултыртылды. Сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Башҡортостан Юғары суды рәйесе урынбаҫары Азат Ғизәтуллин, Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле, район прокуроры Нияз Фазылов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Суд эшмәкәрлеге аллеяһы прокуратураның 300 йыллығына арналған аллея менән йәнәш урынлашҡан. Унда 35 шыршы үҫентеһе ултыртылды. Эштән һуң район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре байрам концерты ҡуйҙы. Башҡортостан ауыл хужалығы колледжы ашнаҡсылары акцияла ҡатнашыусыларҙы һалдат бутҡаһы менән һыйланы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/452794/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/256046

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: