“Өфө” халыҡ-ара аэропорты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект "Производительность труда") ҡатнашыуға һөҙөмтә яһаны.
Һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланыу буйынса ярҙам БР Төбәк компетенциялар үҙәге тарафынан күрһәтелә.
Аэровокзалды йыйыштырыу ваҡытын ҡыҫҡартып, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү бурысы ҡуйыла. Эсперттар эш барышында техник персоналдың кәрәкмәгән артыҡ хәрәкәттәрен асыҡлай. Улар өсөн яңы маршрут төҙөлә, персоналдың стандартлаштырылған эш режимы раҫлана, яңы йыйыштырыу ҡорамалдары һатып алына. Һөҙөмтәлә, йыйыштырыу ваҡыты 3,99 сәғәттән 2,79 сәғәткә тиклем ҡыҫҡара. Быға тиклем бер хеҙмәткәр билдәләнгән ваҡытта 660 квадрат метр майҙанды таҙартһа, хәҙер 792 квадрат майҙанды йыйыштыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
Фото: avtodispetcher.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан