Бөтә яңылыҡтар

30 меңдән ашыу кеше тауыш биргән дә инде

Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү 15 апрелдә башланды һәм 30 майға тиклем дауам итәсәк.

Төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү 15 апрелдә башланды һәм 30 майға тиклем дауам итәсәк.

“30 мең самаһы Өфө кешеһе 2023 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндереләсәк биләмәне һайланы ла. Ҡала халҡының ситтә ҡалмауы һәм үҙҙәренә кәрәкле объекттар өсөн тауыш биреүе ҡыуандыра,” – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

Теләгән биләмәһе өсөн тауышын 14 йәштән өлкән кешеләр бирә ала. Бының өсөн https://2.gorodsreda.ru/ платформаһына инеү етә. Дәүләт хеҙмәттәрендәге иҫәп яҙмаһы йәки телефон номеры аша авторизация үтергә мөмкин.

Бынан тыш, ирекмәндәргә лә мөрәжәғәт итергә була. 150-нән ашыу ирекмән-студент баш ҡаланың алдынғы ете вузы бинаһында тауыш бирергә ярҙам итәсәк.

Үҙ тауышыңды Өфөлә Ҡариҙел йылғаһы ярын, Урмансылар исемендәге паркты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы йәки Альбанов исемендәге скверҙар, “Орион” балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы, Аксаков исемендә баҡса, Баландин бульвары өсөн бирергә була. Шулай уҡ өс биләмәнең береһен һайларға ярай: Архитектур, Маяковский, Калинин урамдары һәм урындағы үтеү урыны менән сикләнгән биләмә; Вологда, Коммунарҙар урамы, урындағы үтеү урыны һәм Вологда, 77, Коммунарҙар, 67 урамындағы йорттар менән сикләнгән биләмә; Бәләкәй Урман заводы, Рига урамдары һәм урындағы үтеү урыны менән сикләнгән биләмә.

Эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”  (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Уның маҡсаты булып ҡала мөхите сифатын арттырыу һәм йәшәү өсөн уңайһыҙ шарттарҙы кәметеү тора.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mcrsd.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в