Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Май 2022, 10:30

Өфө юлдары яҡшыра

Эш 30 сентябргә хәтлем барасаҡ.

Өфө юлдары яҡшыра
Өфө юлдары яҡшыра

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

"30 сентябргә хәтлем Чернышевский урамында, Цюрупа урамынан Әй урамына тиклемге арала автомобиль юлдарын ремонтлайбыҙ, – тип яңылыҡ менән уртаҡлашҡан “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев. – Юлға ремонт, техник һыҙаттар, билдәләр ҡуйыу – был эштәрҙең барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Эштең дөйөм оҙонлоғо – 1,37 километр. Ошо көндәрҙә подрядсы ойошма эштәрҙе башлаясаҡ".

Ратмир Рәфил улы әйтеүенсә, был тәңгәлдә уй-ниәттәр киләсәктә лә эҙмә-эҙлекле дауам итәсәк.

Фото: Ратмир Мәүлиев.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: