Бөтә яңылыҡтар

Мират менән Марат - быйылғы йылдың тәүге игеҙәктәре!

"Игеҙәктәр тыуыуына ғәжәпләнмәнек, сөнки ике яҡта ла игеҙәктәр бар", - тип һөйләгән ата-әсә.

Мират менән Марат - быйылғы йылдың тәүге игеҙәктәре!
Мират менән Марат - быйылғы йылдың тәүге игеҙәктәре!

Әбйәлил районы ЗАГС-ында быйыл тәүгә игеҙ бала теркәлгән. Мария һәм Азат Ғиләжевтарҙың Марат һәм Мират исемле улдары тыуған. Ишле ғаиләлә тағы өс бала тәрбиәләнә. Артем, Анжелика һәм Алиса игеҙәк ҡустылары өсөн бигерәк тә шат.

"Ике ғаиләлә лә игеҙәктәр бар, шуға игеҙ балаларҙың тыуыуына аптыраманыҡ", - тиҙәр бәхетле ата-әсә.

Ғаилә башлығы Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй, ә Мария мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булған. Күп балалы ғаилә үҙ йортонда йәшәй. Сабыйҙар һау-сәләмәт булып үҫһен, игеҙәктәр игеҙ бәхет килтерһен!

 Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса районда эш “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Әбйәлил районыны ЗАГС бүлеге.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в