Бөтә яңылыҡтар

Юл буйы сервисы өлкәһендәге проект ҡаралды

Был юлы Хәйбулла эшҡыуары йәмәғәт туҡланыуы йүнәлеше буйынса проект тәҡдим итте.

Юл буйы сервисы өлкәһендәге проект ҡаралды
Юл буйы сервисы өлкәһендәге проект ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү мәсьәләһе буйынса үткәргән кәңәшмәләрҙең береһендә, 2024 йылға Башҡортостанда юл буйы сервисында ике мең заманса объект булырға тейеш, тип әйткәйне. Был тәңгәлдә район һәм ҡалаларҙа маҡсатлы эш алып барыла.

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙна һайын үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы үткән йылдан алып йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә әүҙем эш башлаған Регина Хисаметдинова юл буйы сервисын киңәйтеү буйынса бизнес-проектын тәҡдим иткән. Бигерәк тә йәй көндәрендә был өлкәлә ихтыяж ҙур, сөнки район аша Орск-Гай-Сибай-Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Проекттың маҡсаты - юл буйы сервисын булдырыу һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу өсөн инвестиция йәлеп итеү. Был үҙ сиратында яңы эш урындары булдырасаҡ.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәҡдимде хуплаған һәм урынбаҫарына  эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн программаларҙы ҡарарға тәҡдим иткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Юл буйы сервисы өлкәһендәге проект ҡаралды
Юл буйы сервисы өлкәһендәге проект ҡаралды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в