Рәсәй Транспорт министрлығы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") командаһы тарафынан “Еңеү урамы” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо мөһим башланғысҡа Башҡортостан да әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының бер нисә урамы уның нигеҙендә рәтләнде, хәҙер ошо урамдарҙы танырлыҡ та түгел хатта.
– “Еңеү урамы”ның төҙөклөгөн күреп күңелдәр күтәрелә, – тип шатлана өфөләр.
Рәсәйҙә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына иғтибар көслө, ул уңышлы тормошҡа ашырыла. “Кешеләрҙең яҡты һәм матур киләсәге өсөн уға яуаплы хеҙмәткәрҙәр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Халыҡ үҙе лә бер-береһенә теләктәш, рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, һәр кемгә көндәлек тормошта уңайлыҡтар тыуҙырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”, – тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин.
Билдәле булыуынса, милли проекттарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы бойомға ашырыла.
Фото: mota.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан